Йәнтөйәктең хәтер хазинаһы

Марат Тулебаевтың инеш һүҙе:
Һәр кемдең тыуған ере берәү генә була. Йылдар үтеп, ғүмер уҙып, илдәр гиҙеп күпме генә йөрөмәһен, кеше йәнтөйәге хаҡында хәтирәне күңеленең иң түрендә һаҡлай, кендек ҡаны аҡҡан, тәүләп тәпәй баҫҡан тупрағын һәр саҡ һағына, унда ашҡына. Ундағы һәр аҡлан, шишмә, тау әйтеп биргеһеҙ ҡәҙерле, сөнки ул бала саҡтың ғәзиз мәлдәре, донъялағы иң яҡын йән эйәләре — ата-әсәһе, олатай-өләсәләре, туғандары, дуҫтары хаҡында иҫтәлектәр менән бәйләнгән. Сит кешенең ҡолағына ят булып ишетелгән атамалар шул төбәктә тыуып үҫкәндәр өсөн ҙур мәғәнәгә эйә. Ошо атамаларҙа әллә нисәмә быуаттар элек ошонда йәшәгән кешеләр хаҡында хәтирәләр, тыуған ерен дошмандарҙан һаҡлап йәнен аямаған ҡаһармандар, халыҡ тарихындағы фәһемле ваҡиғалар, мәрәкә кешеләр, көлкөлө хәлдәр хаҡында иҫтәлектәр һаҡлана. Әммә ваҡыт үтеү, заманалар үҙгәреү менән халыҡ хәтеренән ҡайһы бер нәмәләр аҡрынлап юйыла бара. Ни тиклем үкенесле булмаһын, баҡыйлыҡҡа күскән һәр быуын үҙе менән баһалап бөткөһөҙ рухи хазиналарҙың күпмелер өлөшөн мәңгелеккә алып китә. Шуға күрә ер-һыу атамаларын, уларға ҡағылған тарихтарҙы, легендаларҙы ваҡытында теркәп алып ҡалыу, уларҙы киләсәк быуындарға еткереү — изге бурысыбыҙ.
Иғтибар менән барлаһаң, был атамалар тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт кәрәклеген киҫәтә, уға ҡарата ни тиклем аяуһыҙ ҡыланыуыбыҙ хаҡында оран һала кеүек. Беҙ, бөгөнгө быуын кешеләре, Үрген янындағы Исекәй ҡаяларында Ерәнсә сәсән атының уйылып ҡалған тояҡ эҙен күреүҙән мәхрүмбеҙ, сөнки ул юҡ инде. Үрген эргәһендәге Ташмейесте, Ултырғысташты, Ташморондо, Хәҙрәт туғайын, зыярат аръяғындағы күлде күреп, уларҙың матурлығына хозурлана ла алмайбыҙ. Тауҙар шартлатылған, туғай тапатылған, күл ҡый түгеү урынына әйләнгән. Кесе Һүрәм буйындағы Киленсәкташты, әле күреп хәтерләүселәр иҫән саҡта, тик һүрәткә төшөрөп кенә булалыр. Аҡҡош күленең аҡҡоштары ғына түгел, күле лә ҡалмаған. Ә йылғаларҙағы ат йөҙҙөрөрлөк, ир-егеттәр ҡолас ташлап һыу инерлек ятыуҙар ҡайҙа? Кесе Һүрәмдә өс, Өҫкәлектә биш һыу тирмәне эшләп торған саҡта, туғайҙар кеше үткеһеҙ шырлыҡ булған, емешеләге ишелеп уңған, ә балығын күнәкләп тотҡандар.
"Тыуған төйәгебеҙ тәбиғәте сикһеҙ бай һәм мөғжизәле, шулай уҡ ер-һыу атамаларының борондан килгән легендалары булыуы һоҡландырғыс. Тик матурлыҡҡа һоҡланыу ғына аҙ, уны киләсәк быуындарға имен-аман еткерергә кәрәк. Ә легендаларыбыҙ, йәшәйешебеҙгә йәм өҫтәп, һәр кеше күңелендә һаҡланһын ине", — тип яҙа Мөхәммәт Аҫылбаев.
Әле уҡыусы иғтибарына тәҡдим ителгән китапта тау, йылға, шишмәләрҙең урынын билдәләп, улар тураһындағы легенда, риүәйәттәр теркәлде, ҡайһы бер урындарҙың фотоһүрәттәре, йылғаларҙың һәм тауҙарҙың карталары бирелә. Китапты әҙерләүҙә тыуған ерен яратҡан, уның үткәненә һәм киләсәгенә битараф булмаған бик күп кешеләр ҡатнашты. Уға ғәйәт күп көс һалынды. Һәр төбәктең нисек яҡтыртылыуы урындағы мәктәп коллективының, ҡайһы бер кешеләрҙең әүҙемлеген күрһәтә. Китап сығыу ғына был юҫыҡтағы эштең туҡталыуын аңлатмай. Һәр кешенең үҙ ауылы тирәһендәге ер-һыу атамаларын аныҡлау, уларға ҡағылышлы легендаларҙы өҫтәп яҙыу мөмкинлеге бар. Был китапты тағы ла тулыландырыусылар һис шикһеҙ булыр тип ышанам.

Theme by Danetsoft and Danang Probo Sayekti inspired by Maksimer